Республикала «Башҡортостан Республикаһының ауыл мәктәптәре тарихы» интерактив музей экспозицияһын булдырыу проекты эшләй башланы.
Интерактив музей экспозицияһы буласаҡ. Уны БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән Башҡортостан Башлығы грантына «Һәләтле балалар» социализация һәм үҫеш үҙәге бойомға ашыра. Интеректив музейҙы булдырыу мәктәп музейҙарының электрон базаһын булдырырға, ундағы коллекцияларҙы һаҡларға, музейға килеүселәрҙе арттырырға мөмкинлек бирә. Интерактив карта – тарихи мәғлүмәттәрҙе бер ресурста һаҡларға мөмкинлек биреү ысулы ла.
Башҡортостан мәктәптәрендә крайҙы өйрәнеү, тарихи, этнографик, тарихи- әҙәбиәт музейҙары бар. Уларҙа төрлө документтар, тарихи экспонаттар һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һаҡлана.
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Подробнее в газете «Йэшлек»
Фото из открытых источников